Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Март , 16:58

Сит ил паспортын алдан хәстәрләгеҙ

Йыл һайын хаж осоронда Башҡортостан Республикаһы халҡы Сәғүд Ғәрәбстанына сәфәр ҡыла.

Сит ил паспортын алдан хәстәрләгеҙ
Сит ил паспортын алдан хәстәрләгеҙ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә, 2026 йылда Сәғүд Ғәрәбстаны Короллеге территорияһына инеү электрон мәғлүмәт йөрөтөүсе (биометрик) булған сит ил паспорттары буйынса ғына башҡарыла. Был хаж ҡылырға теләгән һәм 5 йыл ғәмәлдә булған иҫке өлгөләге паспорты булған Рәсәй Федерацияһы граждандарының яңы быуын сит ил паспортын рәсмиләштерергә тейешлеген аңлата.

Сит ил паспорты булмаған белореттарға был документты алдан хәстәрләргә кәрәк. Бының өсөн граждандар дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең Берҙәм порталын файҙаланып, сит ил паспортын электрон вариантта биреү тураһында ғариза бирә ала (gosuslugi.ru). Берҙәм портал аша ғариза биреү өсөн гражданға ошо порталда теркәлергә, 10 йылға ғәмәлдә булыу ваҡыты менән сит ил паспортын алыу хеҙмәтен һайларға, электрон форманы тултырырға һәм ғариза ебәрергә кәрәк. Дәүләт пошлинаһын түләгәндән һуң документтарҙың төп нөсхәләрен тикшереү өсөн миграция мәсьәләре буйынса бүлеккә саҡырыу килә.

Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шәхси кабинетта, сит ил паспортының әҙер булыуы тураһында хәбәр киләсәк. Уңайлы ваҡытта миграция мәсьәләләре Буйынса Бүлеккә килергә һәм Әҙер документты Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6-сы йорт адресы буйынса алырға кәрәк. Ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте: 8(34792) 3-41-54, 3-22-90 телефондары аша асыҡларға мөмкин.

Район буйынса миграция мәсьәләләре буйынса бүлек.

Автор: Расима Салихова
Читайте нас