Муниципаль район хакимиәтендә үткән депутаттар Советы ултырышында Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең 2025 йылдағы оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Эш йомғаҡтары тураһында бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев бәйән итте. Ул 2025 йылда Рәсәй Эске эштәр һәм Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының бурыстарына ярашлы енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлекте һаҡлау буйынса бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән ойоштороу һәм практик саралар күрелеүен билдәләне.
Уның һүҙҙәренсә, теркәлгән енәйәтселектең кәмеүе күҙәтелә. Йыл йомғаҡтары буйынса район буйынса бүлегеккә 22,5 меңдән ашыу ғариза, хәбәрҙәр һәм законһыҙ ғәмәлдәр тураһында башҡа төрлө мәғлүмәт килгән. Һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, бөтә төр милек урлау, мәҫәлән, фатир, телефон, банк карталарынан урлау, мутлашыу кеүек енәйәттәрҙе асыҡлау проценты артҡан.
Мутлашыу көнүҙәк проблема булып ҡала, сөнки уның һөҙөмтәһендә күрелгән зыян 66,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Халыҡҡа аҡса урлауҙың яңы ысулдары тураһында мәғлүмәт биреү буйынса үткәрелгән профилактик эштәр арҡаһында енәйәттәрҙең бер аҙ кәмеүе күҙәтелә. Шуға күрә Тимур Ғайсар улы Интернет селтәрендә һаҡ эш итеү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө.
Оператив хәл торошона авария хәлен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү үҙ йоғонтоһон яһай. Мәҫәлән, район территорияһында 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 17 кеше һәләк булған. 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар ҡатнашлығында 8 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Юл хәрәкәте һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау өлкәһендә үткәрелгән иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, юлдарҙа хәл тотороҡһоҙ ҡала.
Йомғаҡлау һүҙендә Тимур Ғайсар улы, быйыл оператив-хеҙмәт эшмәкәрлегендә ыңғай динамика һаҡланасаҡ, элек етешһеҙлектәр һәм хаталар булған эшкә индерелгән төҙәтмәләр, ахыр сиктә, криминаль хәлдең торошон яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.
Ксения СУЧКОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.