Рәсми бүлек
13 Апреля , 10:41

Кеше аҡсаһы менән файҙаланған

02 хәбәр итә.

Кеше аҡсаһы менән файҙаланғанКеше аҡсаһы менән файҙаланған
Кеше аҡсаһы менән файҙаланған

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса тәфтиш бүлеге аҡса урлау факты буйынса енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Дежур бүлеккә урында йәшәүсе ҡатын банк иҫәбенән банкоматҡа индергән 3 мең һум күләмендәге аҡсаһы юҡҡа сығыуы тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итте. Тикшереү барышында, аҡсаның шул уҡ банкомат хеҙмәттәрен файҙаланған һәм картаһының электрон менюһын япмайынса киткән клиент иҫәбенә күсерелеүе асыҡлана.

Был клиент 31 йәшлек ҡатын булып сыға. Ул был көндө бер ниндәй ҙә аҡса  көтмәгәнен аңлата, шул уҡ ваҡытта аҡсаның хаталы рәүештә килеүен аңлай. Был аҡсаны ул үҙ ихтыяждары өсөн файҙаланырға ҡарар итә.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Әлеге ваҡытта тикшереү тамамланды, эш материалдары судҡа тапшырылды.

Хөрмәтле граждандар! Әгәр һеҙҙең банк иҫәбенә билдәһеҙ аҡса күсһә, банкка мөрәжәғәт итегеҙ. Ситуация тураһында хәбәр итегеҙ һәм финанс ойошмаһының күрһәтмәләренә буйһоноғоҙ. Әгәр кемдер яңлыш аҡса күсереүенә шикләнәһегеҙ икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итегеҙ.

Район буйынса тәфтиш бүлеге.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас