Рәсми бүлек
17 Апреля , 11:32

Балалар хәүефһеҙлеге һағында

02 хәбәр итә

Балалар хәүефһеҙлеге һағындаБалалар хәүефһеҙлеге һағында
Балалар хәүефһеҙлеге һағында

Башҡортостан Республикаһында юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген арттырыуға йүнәлтелгән һәм Дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуҙың 90 йыллығына арналған “Дәүләт автоинспекцияһы балалар хәүефһеҙлеге һағында”  мәғлүмәт-иҫкәртеү саралары башланды.

Акцияның төп бурыстары булып юл-транспорт травматизмын иҫкәртеү, балаларға һәм ата-әсәләргә урамдарҙа һәм юлдарҙағы тәртип ҡағиҙәләре тураһында белем биреү тора.

Бр ай дауамында полиция хеҙмәткәрҙәре тематик дәрестәр, Дәүләт автоинспекцияһы подразделениеларына экскурсиялар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса конкурстар һәм викториналар үткәрә.

Инспекторҙар мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында аңлатыу эштәре алып барасаҡ. Улар балаларға ғына түгел, ата-әсәләргә лә юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген контролдә тотоу кәрәклеге хаҡында һөйләйәсәк. Бындай мәғлүмәт-иҫкәртеү акцияларын үткәреү балаларға юл хәрәкәте һәм юл-патруль хеҙмәте инспекторы һөнәре менән танышырға мөмкинлек бирә.

Акция сиктәрендә ҡаланың Металлургтар майҙанында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр минстрлығының район буйынса юл-хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың 14-се гимназияһының I класс уҡыусылары, 5-се, 11-се, 19-сы, 23-сө балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре өсөн юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса тематик майҙансыҡ ойошторҙо.

Район буйынса административ ҡануниәтте үтәү инспекторы, полиция капитаны Флюр Ҡаһиров, юл-патруль хеҙмәте инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты Эдуард Ғәббәсов заманса йыһазландырылған патруль автомобилдәре менән таныштырҙы, уның нисек ҡоролғанын һәм ҡорамалдары ни өсөн тәғәйенләнгәнен күрһәтте. Балаларға тауыш һәм яҡтылыҡ сигналдарын үҙаллы бирергә рөхсәт иттеләр, патрулдә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ҡулланылған төрлө инструменттар, элемтә өсөн рациялар һәм  башҡа ҡулайламаларҙың ни өсөн кәрәклеген аңлаттылар. Теләгән һәр кем автомобилдә ултырып ҡараны, фотоға төштө һәм үҙҙәрен инспектор ролендә хис итте.

Сара барышында полиция лейтенанты, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Айгөл Әхмәтйәнова балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәре, юл билдәләре менән таныштырҙы, белемдәрен тикшереп ҡараны.

  • Бындай акциялар балаларға Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренең эше менән танышырға, ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең мөһимлеген яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Был сара балалар өсөн танып белеү экскурсияһы ғына түгел, ә Дәүләт автоинспекцияһында хеҙмәт итеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләүгә булышлыҡ итә, был мөһим һәм яуаплы һөнәрҙе популярлаштыра, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә тәрән ихтирам тәрбиәләй. Балалар инспекторҙарҙың ниндәй фиҙакәрлек һәм профессионаллек менән эшләүен күргәс, уларҙың хеҙмәтенә яңыса ҡарай башлайҙар һәм был хеҙмәттең йәмғиәттә тыныслыҡ һәм тәртип өсөн ни тиклем мөһим булыуын аңлайҙар.

Дәүләт автоинспекцияһы ата-әсәләрҙең, уҡытыусыларҙың һәм полиция хеҙмәткәрҙәренең берлектәге тырышлығы менән генә юл хәрәкәтендә грамоталы, яуаплы һәм законға буйһонған ҡатнашыусылар быуынын үҫтерергә мөмкин, улар өсөн законға хөрмәт һәм тирә-яҡтағыларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреү тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө буласаҡ, - тине Айгөл Айрат ҡыҙы.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас