

Һөнәри килемгә һалым түләүселәр (үҙмәшғүлдәр) «Минең һалым» ҡушымтаһында физик шәхесте йәки шәхси эшҡыуарҙы НПД һалым түләүсе сифатында иҫәпкә ҡуйыу (иҫәптән алыу) тураһында белешмә, алынған килем һәм түләнгән һалымдар тураһында белешмә ала ала.
Белешмәләрҙе ҡушымтаның «Көйләгесендә (настройка)» тейешле мәғлүмәтте һайлап эшләргә мөмкин: «Килем тураһында белешмә» йәки «Иҫәпкә ҡуйыу тураһында белешмә». Белешмәләр шунда уҡ әҙер була, яуап электрон ҡултамғалы документ рәүешендә килә, ул һалым органында ҡағыҙҙа бирелгәндәргә тиңләштерелә. Уны электрон почта аша ебәрергә, һаҡларға, баҫтырырға мөмкин.
Үҙмәшғүл граждандар өсөн махсус һалым режимы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтының «Һөнәри килемгә һалым» промоитендә белергә мөмкин.
30-сы район-ара һалым инспекцияһы.