Рәсми бүлек
7 Мая , 09:40

Законһыҙ ағас ҡырҡҡандар

Белорет район-ара суды 330 мең һумдан ашыу суммаға законһыҙ урман ҡырҡҡан 45 һәм 48 йәшлек ике иргә ҡарата енәйәт эше буйынса хөкөм ҡарары сығарҙы.

Законһыҙ ағас ҡырҡҡандарЗаконһыҙ ағас ҡырҡҡандар
Законһыҙ ағас ҡырҡҡандар

Улар Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ғәйепле тип таныла (айырыуса ҙур күләмдәге урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу).

Судта асыҡланыуынса, быйылғы йылдың февраль айында, алдан килешеү буйынса, “Штиль МС-180” маркалы бысҡы ҡулланып, ирҙәр дөйөм күләме 18,773 куб.м тәшкил иткән ҡарағай ағастарын рөхсәтһеҙ ҡырҡа.

Унан һуң “МТЗ-82.1” маркалы трактор ярҙамында ағасты урмандан сығаралар һәм “КАМАЗ” автомобиленә тейәп, ғәйепләнеүселәрҙең береһенең участкаһына алып баралар.

Законһыҙ ғәмәл арҡаһында урман участкаһына 330 мең һумдан ашыу зыян килгән.

Ғәйепләнеүселәр енәйәт ҡылыуҙарын таныны, зыянды тулыһынса ҡапланы.

Суд уларға шартлы рәүештә (1 йыл һынау ваҡыты менән) 2,6 йылға иректән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне. Бынан тыш, транспорт саралары дәүләт файҙаһына тартып алынды.

Денис ИСЛАМОВ, Белорет район-ара прокурорының өлкән ярҙамсыһы.

Автор:
Читайте нас