Һөнәри килемгә һалым түләүселәр (үҙмәшғүлдәр) «Минең һалым» ҡушымтаһында физик шәхесте йәки шәхси эшҡыуарҙы һөнәри килемгә һалым түләүсе сифатында иҫәпкә ҡуйыу (иҫәптән алыу), алынған килем һәм түләнгән һалым тураһында белешмә ала ала.
Бының өсөн ҡушымтаның «Көйләгесендә» (настройка) тейешле мәғлүмәтте һайларға кәрәк: «Килем тураһында белешмә» йәки «Иҫәпкә ҡуйыу тураһында белешмә». Белешмәләр шунда уҡ әҙер була, яуап электрон ҡултамғалы документ рәүешендә килә, ул һалым органында ҡағыҙҙа бирелгәндәргә тиңләштерелә. Уны электрон почта аша ебәрергә, һаҡларға, баҫтырырға мөмкин.
Үҙмәшғүл граждандар өсөн махсус һалым режимы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Рәсәй Федераль Һалым хеҙмәте сайтының «Һөнәри килемгә һалым» промобитендә белергә мөмкин.
30-сы район-ара һалым хеҙмәте.