Рәсми бүлек
25 Мая , 11:35

Берлектәге эш һөҙөмтәле

02 хәбәр итә.

Берлектәге эш һөҙөмтәлеБерлектәге эш һөҙөмтәле
Берлектәге эш һөҙөмтәле

Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары ветерандары көнөнә арналған тантаналы кәңәшмә үтте. Бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур  Сәйетгәрәев отставкалағы милиция майоры Сәмиғулла Ильясовты “Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” һәм “Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығының пост-патруль хеҙмәтенә 100 йыл” миҙалы, отставкалағы милиция полковнигы, район буйынса эске эштәр бүлегенең милиция һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса участка вәкилдәре бүлегенең элекке начальнигы Рәил Ғәлиуллинды “Ветерандар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” миҙалы, отставкалағы өлкән прапорщик Сергей Филимоновты “Ветеран эше активисы” иҫтәлекле миҙалдары менән бүләкләне.

Бынан тыш, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре  һәм ветерандары Эске эштәр министрлығының йәмәғәт советы ағзалары менән берлектә бөтә Рәсәй өмәһендә ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар эргә-тирәләге биләмәләрҙе тәртипкә килтерҙе, сүп-сар йыйҙы һәм йәмәғәт урындарын таҙартты. Бындай башланғыстар тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙан тыш, берҙәмлекте һәм тыуған еренә ҡарата һәм битараф булмауҙы күрһәтә.

Өмәлә ҡатнашыу полиция хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары өсөн әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм тыуған яҡты төҙөкләндереүгә шәхси өлөш индереү мөмкинлеге булды.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, эске эштәр бүлегенең матбуғат хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас