

Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге 1 майҙан 30 сентябргә тиклем, йәйге осорҙа, бәлиғ булмағандар өсөн ваҡытты сикләүҙең ғәмәлдәге ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрә. Был сара балалар һәм үҫмерҙәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Бәлиғ булмағандар өсөн ваҡыт сикләүҙәре: 14 йәшкә тиклемге балалар өсөн - 20:00 сәғәттән 6:00 сәғәткә тиклем.
14 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн - 22:00 сәғәттән 6:00 сәғәткә тиклем.
Был ҡағиҙәләрҙе боҙоу түбәндәге эҙемтәләргә килтереүе мөмкин:
Бәлиғ булмағандарҙы урамда тыйылған ваҡытта йөрөргә рөхсәт иткән ата-әсәләргә һәм учреждениеларға штраф һалына.
Опека һәм попечителлек органдары яғынан мөмкин булған саралар, шул иҫәптән бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға саҡырыу ҡаралған.
Ата-әсәләрҙең киске һәм төнгө ваҡытта балаларығыҙҙың ҡайҙалығын контролдә тотоуын, балалар менән ваҡыт сикләүҙәрен үтәүҙең мөһимлеген һәм уның хәүефһеҙлек өсөн әһәмиәтен тикшереүҙәрен һорайбыҙ.
Ваҡыт сикләүҙәрен үтәү - ул закон ғына түгел, ә балаларығыҙҙың һаулығы һәм хәүефһеҙлеге тураһында ла хәстәрлек күреү. Беҙ бөтә ата-әсәләрҙе лә иғтибарлы һәм яуаплы булырға саҡырабыҙ.
Балаларығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Рифат МУЛЛАҒӘЛӘМОВ, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы.