Рәсми бүлек
4 Июня , 10:30

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегендә Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлексәләр көнө билдәләнде.

Хеҙмәтенә күрә - хөрмәтеХеҙмәтенә күрә - хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте

Сара барышында ветерандар һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса хеҙмәткәрҙәр көндәлек хеҙмәттәре, йәштәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итте. Подразделение эшенә нигеҙ һалған һәм тәжрибәһен йәш инспекторҙарға тапшырған ветерандарға айырым рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.

Әлеге ваҡытта бүлектә ПДНдың өлкән инспекторы, полиция капитаны Динә Мөхәмәтҡужина, полиция инспекторы, лейтенант Камилла Аҫылбәкова һәм полицияның кесе лейтенанты Илназ Килмөхәмәтов эшләй. Уларҙың хеҙмәте профессионализмды ғына түгел, ә ҙур күңел йомартлығын да талап итә.

Сарала билдәләүҙәренсә, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙарҙың роле көндән-көн әһәмиәтлерәк була бара, сөнки үҫмерҙәр Интернет йоғонтоһонан алып, ғаиләләрҙә наркотиктар һәм алкоголь менән бәйле проблемаларға тиклем осраша. Хеҙмәткәрҙәр хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙән тыш, балаларға тормошта дөрөҫ юл табырға ярҙам итә.

Бүлек етәкселеге инспекторҙарға эштәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың изге миссияһында һаулыҡ, көс һәм сабырлыҡ теләне.

Рифат МУЛЛАҒӘЛӘМОВ, бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас