Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 51 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатын улының хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙал алыу теләге менән мутлашыусыларға аҡса күсерә.
Зыян күреүсе әйтеүенсә, май уртаһынан ай аҙағына тиклем уға билдәһеҙ кешеләрҙән шылтыратыуҙар килә, улар үҙҙәрен хәрби комиссариат, ФСБ һәм Үҙәк банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Енәйәтселәр уға миҙал һәм махсус хәрби операция барышында һәләк булған улының ҡаҙаныштары өсөн матди түләү бирелеүе тураһында хәбәр итә. Артабан улар ҡатынды уның аҡсаһы хәүеф аҫтында тип ышандыра, шулай уҡ дуҫ булмаған илдәр файҙаһына аҡса күсереү өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырыу ихтималлығы тураһында белдерә. Мутлашыусылар йоғонтоһонда ҡатын иҫәбенән ҙур сумманы ҡулаҡсаға әйләндерә һәм Магнитогорск банкоматы аша күрһәтелгән иҫәптәргә кодтар ярҙамында күсерә.
Мутлашыусылар бының менән туҡтамай һәм ҡатынды алдауын дауам итә, уға 10 миллион һумлыҡ кредит бирелгәнен һәм уны ҡаплау өсөн аҡса күсерергә кәрәклеген хәбәр итә. Шул саҡта зыян күреүсе мутлашыусылар менән аралашыуын аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә. Банк хеҙмәткәрҙәре ҡатынды уйламайынса эш итеүҙән иҫкәртергә тырышҡан. Аҡса алғас, улар уның менән иҫкәртеү әңгәмәләре үткәрә һәм ҙур сумма алыу маҡсаты менән ҡыҙыҡһына. Әммә зыян күреүсе уларға йортто ремонтлау өсөн аҡса кәрәклеген белдерә һәм билдәһеҙ кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып барыуы тураһында хәбәр итмәй.
Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған (алдау).
Эске эштәр министрлығы иҫкәртә! Дәүләт органдары, банктар һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәп-хисаптарға” күсереүҙе талап итмәй. Әгәр һеҙгә бындай шылтыратыуҙар килә икән, һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ һәм ойошма менән рәсми номер буйынса үҙегеҙ бәйләнешкә инегеҙ.
БАШИНФОРМ.