

16-22 июндә беҙҙең районда административ штрафтар буйынса бурысты түләтеүгә йүнәлтелгән саралар үтә.
Һуңғы биш айҙа беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 2193 протокол төҙөгән, һалынған штрафтарҙың дөйөм суммаһы 1 119 000 һум тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә был сумманан 892 000 һум түләтелгән. Әммә үҙ йөкләмәләрен үтәмәгән түләмәүселәр ҡала.
Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 20.25-се статьяһына ярашлы, 170 түләмәүсе яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шуларҙың 119-ы административ ҡулға алынды, 49-ы штрафҡа дусар ителде, ә бер түләмәүсе мотлаҡ эштәргә йәлеп ителде. Был саралар хәлдең етдилеген һәм ҡануниәтте үтәү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Беҙ граждандарҙы үҙ йөкләмәләренә иғтибарлы булырға һәм административ штрафтарҙы ваҡытында түләргә саҡырабыҙ. Был иһә күңелһеҙ эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк һәм ҡалабыҙҙа тәртип һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.
Штрафтарҙы бер нисә ысул менән түләргә мөмкин: Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан 506-сы кабинетҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Шулай уҡ дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең Берҙәм порталын файҙаланып түләү мөмкинлеге бар (gosuslugi.ru).
ЮХХДИ менән бәйле һорауҙар буйынса Белорет ҡалаһы, Блюхер урамы, 8-се йорт адресы буйынса мөрәжәғәт итегеҙ.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: законды үтәү - ул барыбыҙ өсөн дә тыныслыҡ һәм хәүефһеҙлек нигеҙе. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡалабыҙҙы яҡшыртайыҡ!
Альбина Нәүширбанова, административ ҡануниәтте үтәү буйынса төркөмдөң өлкән инспекторы, полиция капитаны.