Рәсми бүлек
17 Июня , 11:26

500 мең һум аҡсаһын юғалтҡан

Белоретта йәшәгән ҡатын 500 мең һум аҡсаһынан мәхрүм ҡалған.

500 мең һум аҡсаһын юғалтҡан500 мең һум аҡсаһын юғалтҡан
500 мең һум аҡсаһын юғалтҡан

Ҡатын мессенджерҙа домофонды алмаштырыу тураһында хәбәр ала һәм телефонына мутлашыусының номерын өҫтәй. Чатта аралашыу ваҡытында уға асҡыс алыурға ғариза биреү өсөн номер тәҡдим ителә. Унан һуң мутлашыусылар Дәүләт хеҙмәттәре логины менән скриншот ебәрә һәм паролде ҡатын ебәргән 6 һанлы номерға алмаштыра. Тиҙҙән уның исеменә кредиттар рәсмиләштерелеүе һәм Дәүләт хеҙмәтенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәклеге тураһында хәбәр килә.

Ҡурҡып ҡалған ҡатын күрһәтелгән номерҙар буйынса шылтырата, унда ышаныс ҡағыҙының  башҡа кеше исеменә булыуы тураһында хәбәр итәләр. Мутлашыусылар уға  аҡсаһын "хәүефһеҙ" иҫәпкә күсерергә күндерә. Һөҙөмтәлә, ҡаьтын 500 мең һум аҡсаһын мутлашыусыларға күсерә.

Ҡатын иренә был хәл тураһында һөйләгәс, улар шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Әммә бөтә дәлилдәр уның телефонынан юҡҡа сыҡҡан була. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция граждандарҙы иғтибарлы булырға һәм шәхси мәғлүмәттәрҙе, банк карталары мәғлүмәттәрен сит кешеләргә хәбәр итмәҫкә, шулай уҡ аҡсаны билдәһеҙ иҫәптәргә күсермәҫкә саҡыра.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас