Гәзит уҡыусыларыбыҙ менән бергәләп йылына ике тапҡыр шулай "гөж" килеп баҫмабыҙға яҙылыуҙы ойоштороп алабыҙ. Ғөмүмән, гәзиткә яҙылыу йыл буйына бара. Уны һәр айҙан алдырып уҡырға мөмкин. Гәзитебеҙҙе аңлы милләттәштәребеҙ ярҙамы менән, намыҫлы почтальондар аша, телефон бәйләнеше буйынса бѳртѳкләп йыябыҙ һәм “Урал”дың ғүмерен оҙайтып киләбеҙ. Бер кемгә лә сер түгел, төрлө сәбәптәр арҡаһында гәзитте һаҡлап ҡалыу йылдан-йыл ауырлаша. Гәзиттең тиражы кәмеүҙә беренсе сәбәп булып ауылдарҙа почта бүлексәләренең ябылыуы, почтальондарҙың эштән китеүе тора. Почтальондарҙың иңендә ҙур бурыстар ятҡанын, эш хаҡтарының түбән булыуын да беләбеҙ.
Районда үҙ телебеҙҙә сыҡҡан берҙән-бер баҫманы йылдан-йыл бер үк кешеләр алдыра. Беҙҙең таянысыбыҙ булып күберәген ауыл кешеләре тора һәм зыялы, уҡымышлы, вайымлы гәзит уҡыусыларыбыҙға рәхмәтлебеҙ.
Территорияһы буйынса район ҙур булғас, “Урал” гәзите тик почта аша яҙҙырыла һәм таратыла. Шул сәбәпле, ҡайһы бер ҡытыршылыҡтар ҙа килеп сыға, гәзит яҙҙырған кешеһенә ваҡытында барып етмәй, бер нисә көнгә һуңлап бара. Гәзит килмәүе тураһында урындарҙан шылтыратыуҙар булһа, мөхәрририәт тиҙ генә был проблеманы хәл итергә тырыша. Үҙ иҫәбенә булһа ла, гәзитте һалып ебәрә. Почтальондар беҙҙең арала йәшәй, һәр кем үҙ почтальонын белә. Һеҙҙең дә почта хеҙмәткәрҙәренән “Урал”ды ваҡытында алып килеүен талап итергә тулы хоҡуғығыҙ бар.
Матди ҡыйынлыҡ кисергәндәрҙе лә, нисек кенә ауыр булһа ла, 3 айға түгел, ә ярты йылға яҙылыуҙарын һорайбыҙ. Кемдәр 6 айға яҙылған, улар “Аҙна бүләге” уйынында ҡатнаша ала. Квитанцияларығыҙҙың күсермәһен фотоға төшөрөп, телефонығыҙҙың һандарын күрһәтеп Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1 адресы буйынса йәки гәзиттең электрон почтаһына -
ural_bel@mail.ru ебәрергә була.
Почта бүлексәләре ябылған, почтальондар булмаған ауылдар халҡына гәзиттең электрон вариантын тәҡдим итәбеҙ. Хаҡы 6 айға - 822 һум. Төҫлө гәзит МАХ төркөмөнә йәки электрон почтағыҙға ебәрелә. ПО 684 индекслы “Урал”ға ярты йылға почта аша яҙылыу хаҡы - 1267 һум 44 тин.
Ҡалала урынлашҡан ойошма, предприятиелар хеҙмәткәрҙәре коллектив менән яҙылһа, уларға гәзитте алып барыу ойошторола.
Яҙылығыҙ, уҡығыҙ, беҙҙең менән бергә ҡалығыҙ!