

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерҙәрен биргәндәрҙе хөрмәтләү өсөн Геройҙар аллеяһында йыйылды. Был көндө тәрән хистәр һәм ихтирам менән тулы “Хәтер шәме” акцияһы үтте.
Полиция хеҙмәткәрҙәре исемдәре мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ геройҙарҙың батырлығын һәм фиҙакәрлеген иҫкә төшөрҙө.
Сара барышында яҡтылыҡ, өмөт һәм мәңгелек хәтер символы булған шәмдәр ҡабыҙылды. Һәр шәм тыныс күк йөҙө өсөн көрәшкәндәргә рәхмәт һәм ихтирамды кәүҙәләндерҙе. Тантанала ҡатнашыусылар һәләк булған яугирҙарҙың мемориалдарына сәскәләр һалды, уларҙың батырлығы өсөн үҙҙәренең хистәрен һәм рәхмәтен белдерҙе.
“Был көн барыбыҙ өсөн дә мөһим. Беҙ киләсәгебеҙ өсөн ғүмерен биргән кешеләрҙе иҫтә тоторға тейешбеҙ”, - тип билдәләне район буйынса эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев. Уның һүҙҙәре бөтәһенең дә йөрәгенә үтеп инде. Һәр беребеҙ ҙур ҡорбандар менән яуланған тыныслыҡ һәм азатлыҡтың ни тиклем ҡиммәтле булыуын аңланы.
Сара яу яландарында һәләк булғандарға хөрмәт күрһәтеп, бер минут тынлыҡ менән тамамланды. Шәмдәр Геройҙар аллеяһында улар тураһында хәтерҙең мәңге йәшәйәсәген иҫкә төшөрөп, янып тора.
Был көндө беҙ үткәндәрҙе иҫкә алыу - ихтирам ғына түгел, ә һәр беребеҙҙең бурысы икәнен тағы ла аңланыҡ. Һәр ҡабыҙылған шәм тыныс йәшәү мөмкинлеген биргән геройҙарҙың батырлығына рәхмәт һәм хөрмәт символы булһын.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.