+12 °С
Дождь


Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре, элек бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешендә шикләнелгән 36 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
Тикшереү барышында хоҡуҡ һаҡлаусылар унда дөйөм ауырлығы 10 грамм самаһы булған наркотик матдә таба.
Әлеге ваҡытта ҡулға алынған гражданға ҡарата наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.