Рәсми бүлек
12 Августа , 05:11

Сит кеше картаһын ҡулланған

02 хәбәр итә.

Сит кеше картаһын ҡулланғанСит кеше картаһын ҡулланған
Сит кеше картаһын ҡулланған

Район буйынса эске эштәр бүлегенә урындағы ҡатын банк картаһын юғалтыуы һәм унан рөхсәтһеҙ аҡсаны иҫәптән сығарыу тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Картаның ҡала урамдарының береһендә юғалған булыуы асыҡлана. Уны тапҡан ир, пин-кодты индермәйенсә һатып алыу мөмкинлеген белеп, сит кешенең аҡсаһын ҡулланырға ҡарар итә. Икенсе көндө ул 2 мең һумдан ашыу аҙыҡ-түлек һатып ала.

Оператив-эҙләү саралары барышында полиция хеҙмәткәрҙәре законһыҙ ғәмәлдәрҙе башҡарыуҙа ҡатнашлығы булған граждандың шәхесен асыҡлай. Ир, үҙенең ғәмәлдәре енәйәт эше икәнен аңлап, ҡылған ғәмәленә үкенә.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң  “Г” пункты буйынса (банк иҫәбенән, шулай уҡ электрон аҡса урлау) тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 Статья санкцияһы 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас