Рәсми бүлек
13 Августа , 06:12

Енәйәтселәр кредит рәсмиләштергән

02 хәбәр итә.

Енәйәтселәр кредит рәсмиләштергәнЕнәйәтселәр кредит рәсмиләштергән
Енәйәтселәр кредит рәсмиләштергән

Белорет полицейскийҙары һанлы арауыҡта шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау кәрәклеге хаҡында иҫкәртә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә урында йәшәгән граждан «Дәүләт хеҙмәттәре» порталындағы аккаунтына законһыҙ инеүҙәре һәм уның исеменә кредит йөкләмәләрен рәсмиләштереүҙәре тураһында ғариза менән мөрәжәғәт итте.

Ғариза биреүсе, пароле үҙгәргәнлектән, үҙенең профиленә инә алмауын хәбәр итә. Аккаунтҡа үҙ аллы инеү мөмкинлеген тергеҙеп, ул үҙе эшләмәгән ғәмәлдәр атҡарылыуын, шул иҫәптән займдарҙы рәсмиләштереү сервисына күсеүҙәрен күрә.

Кредит тарихын тикшергәндә ир уның исеменә 10 000 һумлыҡ займ алыныуын асыҡлай. Был кредит йөкләмәһен ул рәсмиләштермәгән һәм аҡса алмаған. Башҡа санкцияланмаған кредиттар йәки займдар табылмаған.

Был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса (мутлашыу), шулай уҡ 272-се статья буйынса (компьютер мәғлүмәтенә законһыҙ инеү) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас