Рәсми бүлек
18 Августа , 05:17

Киҫәмәгән

02 хәбәр итә.

КиҫәмәгәнКиҫәмәгән
Киҫәмәгән

Райондың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш ҡабаттан автомобиль менән идара иткән водителде тотҡан.

Быға тиклем ул ошондай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған һәм 45 мең һум күләмендә штраф түләп, 1,6 йылға транспорт сараһы менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған.

Шуға ҡарамаҫтан, ир, ҡылығының законһыҙ икәнен аңлай тороп, ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултырған. Һөҙөмтәлә, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автоинспекция хеҙмәткәрҙәре бөтә водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙең һәм транспорт сараһы менән идара иткәндә яуаплы булыуҙың мөһимлеген иҫкәртә.

Иҫерек килеш автомобиль менән идара итеү үҙегеҙ өсөн генә түгел, әйләнә-тирәләгеләр өсөн дә үтә хәүефле буылуын онотмағыҙ!

Нәсим СИБӘҒӘТОВ, Полицияның тәүтикшереү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы, полиция майоры.

 

Автор:
Читайте нас