

Район буйынса эске эштәр бүлегенең пост-патруль хеҙмәтенең айырым взводы хеҙмәткәрҙәре ҡалала йәшәгән кешене ҡулға алған һәм унан онтаҡ матдә һалынған полимер пакетты тартып алған.
Тартып алынған матдә эксперт тикшереүен үткәреү өсөн Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының эксперт-криминалистик үҙәгенә ебәрелгән. Эксперттарҙың һығымтаһына ярашлы, тәҡдим ителгән өлгөлә наркотик матдә - нифедрон бар.
Был факт буйынса Рәсәйҙе Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (наркотиктарҙы ҙур күләмдә законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, етештереү, эшкәртеү) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тыйылған матдәне һатып алыу каналдарын һәм булған хәлдең бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.