Рәсми бүлек
18 Августа , 05:26

Законһыҙ ағас ҡырҡҡан

Белорет районында законһыҙ урман ҡырҡҡан өсөн ир кеше ҡулға алынған.

Законһыҙ ағас ҡырҡҡанЗаконһыҙ ағас ҡырҡҡан
Законһыҙ ағас ҡырҡҡан

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре законһыҙ урман ҡырҡыуҙа ғәйепләнгән ирҙе ҡулға алды. Белорет урмансылығы биләмәһендә ир, үҙ мәнфәғәтендә эш итеп, тейешле рөхсәт һәм һатып алыу-һатыу килешеүе булмайынса, аңлы рәүештә өс ҡайынды ҡырҡа. Законһыҙ ҡырҡылған ағастың дөйөм күләме 2,4 кубометр тәшкил итә, был Рәсәй Федерацияһына 20 900 һумға ҙур зыян килтерә. Ҡулға алынған иргә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһының 1-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған

Рәлиф ЯҠУПОВ, тәүтикшереү бүлеге тәүтикшереүсеһе, полиция майоры.

Автор:
Читайте нас