

Район буйынса эске эштәр бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре иҫерек хәлдә дәүләт теркәү билдәһе булмаған мотоцикл менән идара иткән ҡала кешеһен ҡулға алған.
Ир быға тиклем шундай уҡ хоҡуҡ боҙоу өсөн 10 тәүлеккә административ ҡулға алынған һәм язаһын үтәгән, әммә тейешле һығымталар яһамаған. Административ яза тәғәйенләү тураһында ҡарарҙы үтәү тамамланғандан һуң, бер йыл эсендә, гражданин йәнә транспорт сараһы артына ултыра, шулай уҡ дәүләт теркәү билдәһе булмай һәм иҫерек була. Һөҙөмтәлә ул идара итеүҙе юғалтып, мотоцикл менән ауа.
Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһенең юл-патруль хеҙмәте инспекторы водителде транспорт сараһы менән идара итеүҙән тыйҙы. Тикшереү барышында ирҙең алкоголь ҡулланған булыуы асыҡлана.
Был факт буйынса гражданға ҡарата Рәсәйҙең Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән саралар үткәрә.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.