Рәсми бүлек
20 Августа , 10:17

Полицияға хеҙмәткә саҡырабыҙ!

02 хәбәр итә.

Полицияға хеҙмәткә саҡырабыҙ!Полицияға хеҙмәткә саҡырабыҙ!
Полицияға хеҙмәткә саҡырабыҙ!

Район буйынса эске  эштәр бүлегенә 18 йәштән 50 йәшкә тиклемге, хөкөм ителмәгән, урта белемле, шәхси һәм эшлекле сифаттары, физик әҙерлеге һәм һаулығы буйынса полиция хеҙмәткәре вазифаһын үтәй алған кандидаттар талап ителә.

Хеҙмәткәрҙәргә:

  • ваҡытында тотороҡло эш хаҡы;
  • ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау;
  • льготалы шарттарҙа пенсияға сығыу өсөн хеҙмәт йылдарын иҫәпләү;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының ведомство учреждениеларында хеҙмәткәрҙәргә бушлай медицина һәм шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе, дауаланыу урынына тиклем юл хаҡы түләнә;
  • Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының уҡыу йорттарында эш хаҡы һаҡланып бушлай уҡытыу;
  • Рәсәй Федерацияһы территорияһы буйлап ял итеү урынына һәм кирегә хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн транспорттың бөтә төрҙәре менән бушлай йөрөү;
  • 10 йыл хеҙмәт иткәндән һуң торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү;
  • торлаҡ бинаһын ҡуртымға алған өсөн аҡсалата компенсация;
  • хеҙмәткәрҙәрҙең балаларына йәшәү урыны буйынса дөйөм белем биреү һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында урындар бүленә;

Эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6, 604-се кабинетҡа йәки 8(34792) 4-08-10, 8-964-961-77-05 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә.

Район буйынса эске эштәр бүлеге.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас