

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре металл эскәмйәне урлау фактын асыҡлаған. Оператив-эҙләү сараларын барышында полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуын таныған ҡала кешеһен асыҡлаған.
Ирҙе ҡулға алғанда стканда аҡ төҫтәге онтаҡ матдә һәм шыйыҡса менән шприц табыла. Эксперттарҙың һығымтаһына ярашлы, стаканда 0,280 грамм ауырлыҡтағы наркотик булған.
Был факт буйынса Рәсәйҙең Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса (наркотиктарҙы законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, ташыу, әҙерләү, эшкәртеү) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 3 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тыйылған матдә һатып алыу каналдарын билдәләүгә йүнәлтелгән саралар үткәрә. Бынан тыш, Рәсәйҙең Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса (урлашыу) енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.