

Рәсәй Эске эштәр министрлығының «Йәмәғәт советы менән каникулдар» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Александр Матросов исемендәге балалар һауыҡтырыу лагерында тәрбиәләнеүселәр бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспектор һәм район буйынса Бске эштәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы вәкилдәре менән осрашты.
8-15 йәшлек 64 бала ял иткән лагерҙа төрлө спорт төрҙәре буйынса дәрестәр ойошторолған.
Сәфәр барышында полиция хеҙмәткәрҙәре балалар менән заманса мутлашыу схемаларына арналған иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе. Хоҡуҡ һаҡлаусылар балаларға алдашыуҙы нисек танырға һәм үҙҙәрен законһыҙ ғәмәлдәрҙән нисек һаҡларға кәрәклеген аңлатты. Балалар фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашты, һорауҙар бирҙе һәм үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Бындай саралар балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында белемен арттырыуҙан тыш, үҫеп килгән быуын менән хоҡуҡ һаҡлау органдары араһында ышанысты нығыта. Александр Матросов исемендәге лагерь ял итеү урыны ғына түгел, ә балаларҙа көндәлек тормошта хәүефһеҙ тәртип күнекмәләрен формалаштырыуға булышлыҡ иткән майҙансыҡ булып тора.
Полиция хеҙмәткәрҙәре бындай башланғыстарҙың дауам итәсәк ти, сөнки балаларҙың именлеге барыһы өсөн дә мөһим.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.