

Район буйынса эске эшгтәр бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы, эске эштәр органдарының элекке хеҙмәткәре Рәшит Килдейәров төрлө ҡалаларҙан килгән ҡунаҡтар менән бергә полиция музейында булды.
Музей залдарына байҡау яһағанда ул хеҙмәт иткән йылдарын һағынып иҫкә алды. Фотоһүрәттәрҙе ҡарап, ветеран үткән йылдарҙағы ваҡиғаларға кире ҡайтты, коллегаларын иҫкә төшөрҙө.
Хәрби һәм батша полицияһы тарихына арналған стендтар ҡунаҡтарҙа айырыуса ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай уҡ музейҙың беренсе етәксеһе - полиция полковнигы Николай Васильевич Чумиковтың формаһы һәм наградалары иғтибарҙы йәлеп итте. Уның музей эшен үҫтереүгә һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ булып ҡала.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.