Рәсми бүлек
27 Августа , 10:20

Аҡса эшләйем тип...

Белорет районында ағалы-ҡустылы ике ир, инвестицияларға ышанып, мутлашыусыларға 1,3 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.

Аҡса эшләйем тип...Аҡса эшләйем тип...
Аҡса эшләйем тип...

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса дежур бүлегенә 50 һәм 49 йәшлек ике туған ағалы-ҡустылы мөрәжәғәт иткән. Улар инвестиция платформаларын ҡулланып, мутлашыу схемаһының ҡорбаны булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2026 йылдың мартында уларҙың береһе Интернет селтәрендә өҫтәмә эш хаҡы тураһында реклама таба. Тәҡдим менән ҡыҙыҡһынғандан һуң, ир һылтанма буйынса күсә һәм үҙенең мәғлүмәттәрен ҡалдыра. Тиҙҙән уға инвестиция буйынса эксперт булып танышҡан ҡыҙ шылтырата. Ул ғариза биреүсегә популяр инвестиция майҙансығында яҡшы аҡса эшләү мөмкинлеге өсөн телефонға мобиль ҡушымта ҡуйырға тәҡдим итә.

“Белгес” ебәргән һылтанма буйынса ул кәрәкле ҡушымтаны күсереп ала һәм инструкцияларҙы үтәй башлай. Зыян күреүсе тәүҙә 9 200 һум күләмендә аҡса күсерә.

Быйылғы йылдың мартынан май уртаһына тиклем инвестиция компанияһының ялған белгесе ҡушымта аша бәйләнештә була, шулай уҡ килешеүҙәр үткәрергә ярҙам итә. Ир шәхси кабинетта килемдең нисек артыуын күрә.

Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләре буйынса ғариза биреүсе 560 мең һумдан ашыу аҡса күсергән, был аҡсаларҙы ул кредитҡа алған булған. Бер аҙҙан зыян күреүсе аҡсаһын сығарырға ҡарар итә. Бының өсөн енәйәтселәр яҡшы кредит тарихы булған кешене табырға һәм уның аша аҡса сығарырға тәҡдим итә. Схемаға ирҙең ике туған ағаһы ҡушыла. Кураторҙың күрһәтмәләренә ярашлы, ир 800 мең һумға яҡын кредит ала. Әммә аҡсаны ала алмайҙар.

Ирҙәр мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгеүен аңлай һәм полицияға мөрәжәғәт итә.

Был осраҡ буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса (айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу)  енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бер ҡасан да

чаттарҙағы һылтанмалар буйынса ҡушымталарҙы күсереп алмағыҙ. Билдәһеҙ ҡушымталар аша аҡса эшләү - киң таралған алдаҡ схемаһы. Шикле тәҡдимдәр булғанда шунда уҡ аралашыуҙы туҡтатығыҙ.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

 

Автор:
Читайте нас