Рәсми бүлек
27 Августа , 10:40

Банк иҫәптәрен һаҡлағыҙ!

02 хәбәр итә.

Банк иҫәптәрен һаҡлағыҙ!Банк иҫәптәрен һаҡлағыҙ!
Банк иҫәптәрен һаҡлағыҙ!

Район буйынса эске эштәр бүлегенә ҡалала йәшәгән ҡатын банк иҫәбенән аҡсаһын урлауҙары тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт иткән.

Ҡатын һеңлеһенә аҡса күсерергә маташҡанда, тупланмаһынан 70 000 һум күләмендә аҡса юҡҡа сыҡҡанын күрә. Бынан тыш, кредит картаһынан 48 500 һум һәм 77 000 һум аҡса иҫәптән сығарылған. Килтерелгән зыяндың дөйөм суммаһы 195 500 һум тәшкил итә.

Зыян күреүсе банктан операциялар атҡарылғаны йәки шәхси кабинетҡа инеү тураһында СМС-хәбәрҙәр алмауын билдәләй. Тикшереү барышында уның телефонындағы банк ҡушымтаһында вирус табыла.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын һәм енәйәт ҡылыуҙа ҡатнашҡан кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.

Был факт буйынса Ррәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң “Г” пункты буйынса (банк иҫәбенән, шулай уҡ электрон аҡсаға ҡарата урлау) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Район буйынса эске эштәр бүлеге граждандарға мобиль банк ҡушымталарын файҙаланғанда хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә:

- вирусҡа ҡаршы программалар ярҙамында зарарлы программалар булыу-булмауға ҡоролмаларығыҙҙы даими тикшерегеҙ;

- банк ҡушымталарын рәсми магазиндарҙан (App Store, Google Play, RuStore) ғына күсереп алығыҙ;

- таныш булмаған кешеләрҙән алынған һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ һәм тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан файлдарҙы күсереп алмағыҙ;

- иҫәп-хисаптарҙа шикле эшмәкәрлек асыҡланһа, шунда уҡ банк аша карталарҙы ябығыҙ һәм 102 йәки 112 телефондары буйынса полицияға мөрәжәғәт итегеҙ;

- иҫәп яҙмаларын даими тикшерегеҙ һәм бөтә операциялар тураһында белдереүҙәрҙе асығыҙ.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас