Рәсми бүлек
2 Сентября , 09:57

Эскелек енәйәткә илткән

02 хәбәр итә.

Эскелек енәйәткә илткәнЭскелек енәйәткә илткән
Эскелек енәйәткә илткән

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре танышына һөжүм итеүҙә шикләнелгән ҡатынды ҡулға алды.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, инцидент шәхси дошманлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә иҫерек килеш бәхәскә ингән ваҡытта була. Енәйәтсе ултырғыс өлөшө менән зыян күреүсенең башына һәм тәненең башҡа өлөштәренә күп тапҡырҙар һуға. Ҡатын етди йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға оҙатыла.

Ғәйепләнеүсе ҡулға алынған, уға ҡарата һаҡлыҡ сараһы һайланған.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 112-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (ҡорал сифатында ҡулланылған әйбер менән һаулыҡҡа аңлы рәүештә уртаса ауырлыҡтағы зыян килтереү) тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас