

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы (www.gosuslugi.ru) граждандарға һәм ойошмаларға федераль реестрҙа булған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр (функциялар) тураһында мәғлүмәт алырға, шулай уҡ был хеҙмәттәрҙе электрон формала алырға мөмкинлек бирә.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2012 йылдың 7 майындағы 601-се һанлы «Дәүләт идара итеү системаһын камиллаштырыуҙың төп йүнәлештәре тураһында»ғы Указын үтәү өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә теркәү өҫтөнлөктәре һәм алыу мөмкинлеге тураһында һеҙгә еткерәбеҙ. Шул иҫәптән:
- автомототранспорт сараларын һәм уларға тағылмаларҙы теркәү;
- транспорт саралары менән идара итеү хоҡуғын алыуға квалификация имтихандарын ҡабул итеү һәм водитель таныҡлыҡтары биреү;
- штрафтар һәм уларҙы түләү ысулдары тураһында мәғлүмәт алыу;
- йәшәгән/ваҡытлыса булған урын буйынса теркәү (теркәүҙән төшөү);
- иҫке йәки яңы өлгөләге сит ил паспортын алыу;
- Рәсәй Федерацияһы гражданының паспортын алыу йәки алмаштырыу.
ЮХХДИ-ның теркәү-имтихан бүлеге күрһәткән дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн 3-08-56 телефоны буйынса йәки Белорет ҡалаһы, Блюхер урамы, 8 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Адреслы белешмә, мәғлүмәт алыу, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы гражданының эске паспорттарын биреү, алмаштырыу, граждандарҙы йәшәгән һәм ваҡытлыса булған урын буйынса теркәү, ирекле дактилоскопик теркәү мәсьәләләре буйынса 3-42-26 телефоны буйынса; сит ил паспорттарын рәсмиләштереү һәм биреү мәсьәләләре буйынса - 3-22-90; миграция өлкәләһендәге мәсьәләләр буйынса 3-41-54 йәки Белорет ҡалаһы, Точисский урамы, 6 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.