Рәсми бүлек
4 Сентября , 11:01

Йәнә хоҡуҡ боҙған

02 хәбәр итә.

Йәнә хоҡуҡ боҙғанЙәнә хоҡуҡ боҙған
Йәнә хоҡуҡ боҙған

Белорет районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш руль артына ултырған водителде ҡулға алды.

Район буйынса эске эштәр бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш руль артына ултырған ҡала кешеһен ҡулға алды. Быға тиклем ул шундай уҡ хоҡуҡ боҙоп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылһа ла, ир киҫәмәгән.

Тикшереү барышында һулаған һауала этил спирты миҡдары 0,178 мг/л тәшкил иткән.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Ир үҙенең ғәйебен таныған һәм ҡылған ғәмәленә үкенә.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас