

Район буйынса эске эштәр бүлегенең Дәүләт автоинспекцияһы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре дәүләт теркәү билдәһе булмаған мотоблок менән иҫерек килеш идара иткән гражданды ҡулға алған.
Быға тиклем ир медицина тикшереүе үтеү тураһындағы законлы талапты үтәмәгән. Бының өсөн Рәсәй Федерацияһының административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодекстың 12.26-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса 45 000 һум күләмендә административ штраф һалынған һәм йыл ярымға транспорт менән идара итеүҙән мәхрүм ителгән булған.
Хөкөм язаһына ҡарамаҫтан, ир иҫерек килеш руль артына ултыра һәм Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡулға алына.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.