Рәсми бүлек
9 Сентября , 11:12

Автомобиль һатып алырға теләгән

02 хәбәр итә.

Автомобиль һатып алырға теләгәнАвтомобиль һатып алырға теләгән
Автомобиль һатып алырға теләгән

Район буйынса эске эштәр бүлегенә Интернет аша автомобиль һатып алғанда аҡсаһын урлауҙары тураһындағы ғариза менән йәш кеше мөрәжәғәт итте.

Ғариза биреүсе аңлатыуынса, мессенджерҙарҙың береһендә сит илдән автомобилдәр тәҡдим итеүсе канал табылған. Канал вәкиле менән оҡшаған машинаның характеристикаһын тикшергәндән һуң, ул автомобиль һатып алырға һәм уны атаһына рәсмиләштерергә ҡарар итә.

Йәш кешегә дөйөм суммаһы 1 710 000 һумлыҡ һатып алыу-һатыу килешеүе ебәрелә, шуның 585 000 һумын таможня түләүҙәре тәшкил итә. Ул килешеүгә ҡул ҡуя һәм чек ебәреп, 585 000 һум күләмендә алдан түләүҙе күсерә. Икенсе көндө уға 1 075 000 һум күләмендә ҡалған сумманы индереү кәрәклеге тураһында хәбәр итәләр.

Аҡса күсерергә маташҡанда банк операцияны 24 сәғәткә туҡтата. Ошо мәлдә мутлашыусылар шылтыратып, ҡасан ҡалған сумманы күсерәсәге хаҡында белешә. Йәш кеше операцияның ябылыуын һәм сикләүҙәр бөтөрөлгәс, ҡалған өлөшөн күсерәсәген аңлата. Ул автомобилдең видеоһын һорағас, “һатыусы” машинаның ил сигендә булыуын һәм видеоны бирә алмауын хәбәр итә.

Йәш кеше килешеүҙең ғәҙеллегенә шикләнә башлай. Ул видео ебәреүҙәренә өмөтләнеп бер нисә көн көтөргә була, әммә өмөтө аҡланмай. “Һатыусы” шылтыратыуҙы дауам итә һәм ҡалған сумманы күсереүҙе һорай. Һөҙөмтәлә зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә.

Мутлашыусыларҙың ғәмәлдәренән матди зыян 585 000 һум тәшкил итә. Бына тыш йәш кеше эшләмәй һәм 20 000 һумлыҡ кредит йөкләмәләре бар.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө һәм 159-сы статьяһының 3-сө өлөшө буйынса (ҙур күләмдә мутлашыуға маташыу) енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статьяның санкцияһы 6 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе күҙ уңында тота.

Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылыуға ҡағылышы булған кешеләрҙе асыҡлауға йүнәлтелгән оператив-эҙләү сараларын үткәрә.

Евгения Лисовская, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:
Читайте нас