+23 °С
Облачно


Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш ҡатынын яралаған ирҙе ҡулға алды.
Бәхәс барышында ир ҡатынының башына һуға, муйынынан тотоп, быуырға маташа. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 119-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статья санкцияһы буйынса 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.