

Белоретта полиция хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш төркөмдәшенең битенә ике тапҡыр һуҡҡан бәлиғ булған егетте ҡулға алды. Улар араһындағы ыҙғыш, студенттар араһында уның тураһында насар имеш-мимештәр таратҡан танышын урамда осратҡанда барлыҡҡа килә.
Бәхәстән килеп сыҡҡан ҡул күтәреү Рәсәй Енәйәт кодексының 115-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса (һаулыҡҡа еңелсә зыян килтереү) енәйәт эше ҡуҙғатыу менән тамамлана.
Тикшереү барышында ошо йылдың апрелендә егеттең, иҫерек килеш аңлы рәүештә йыйылма бысаҡ менән дошманлыҡ мөнәсәбәттәрендә йәнә бер кешегә һөжүм иткәне асыҡлана. Был факт буйынса Енәйәт кодексының 115-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция ике осраҡты ла тикшереүен дауам итә һәм бындай енәйәттәр өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралғаны тураһында иҫкәртә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.