

Рәсәй Эске эштәр министрлығыны район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре танышына етди йәрәхәттәр һалған ҡатынды ҡулға алды.
Ваҡиға ҡатын ире менән таныштарына ҡунаҡҡа килгән ваҡытта була. Спиртлы эсемлектәр эсеү барышында компанияға тағы ла ике кеше - ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡушыла. Ҡунаҡтар араһында бәхәс килеп сыға – бер ҡатынға ирҙең ишекте ныҡ итеп шаҡып инеүе оҡшамай, был тауышҡа уның ҡыҙы ҡурҡа. Ул ултырғыс менән ирҙең башына һуға. Асыуы ҡабарған ҡатын шулай уҡ ирен ҡыҙғанып, ҡатынға һөжүм итә һәм тәненә күп төрлө йәрәхәттәр һала.
Икенсе көндө зыян күреүсе урындағы медицина учреждениеһына оҙатыла. Суд-медицина экспертизаһы һаулыҡҡа уртаса ауырлыҡтағы зыян килтергән тип баһалай.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 112-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статьяның санкцияһы буйынса 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡаралған.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.