Рәсми бүлек
14 Сентября , 10:29

Ит буры

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре иҫерек килеш танышының фатирынан аҙыҡ-түлек урлаған ҡала кешеһен ҡулға алды.

Ит бурыИт буры
Ит буры

Полиция мәғлүмәте буйынса, ир ҡатынға ҡунаҡҡа килгән һәм улар спиртлы эсемлектәр ҡулланған. Фатир хужабикәһе йоҡлап киткәс, ул мөмкинлектән файҙаланып, аш-һыу бүлмәһенә юллана. Туңдырғыста 3,5 килограмм ауырлыҡтағы ит күрә һәм уны урларға ҡарар итә. Өйгә ҡайтып барғанда ул урланған әйберен билдәһеҙ иргә 1 500 һумға һата. Ҡулға алынған аҡсаны спиртлы эсемлектәр һатып алыуға тотона.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статья буйынса 2 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүҙе ҡаралған.

Ир үҙенең ғәйебен таныған һәм ҡылған ғәмәленә үкенә. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлауға йүнәлтелгән тикшереү эштәре алып бара.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас