

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Белорет ҡалаһының кафеларының береһендә оператив-иҫкәртеү операцияһы буйынса рейд саралары барышында ашнаҡсы сифатында патентһыҙ (эшкә рөхсәт алмайынса) хеҙмәт эшмәкәрлеген алып барған өс сит ил гражданын асыҡланы. Был Рәсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Кодексының 18.10-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тип квалификациялана.
Рәсәйҙә сит ил граждандарын хеҙмәт эшмәкәрлегенә законһыҙ йәлеп иткән эш биреүсе шулай уҡ Рәсәйҙең административ хоҡуҡ боҙоуҙар Кодексының 18.15 статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Был ҡағиҙәне боҙған өсөн түбәндәге штрафтар ҡаралған: физик шәхестәр өсөн - 2 меңдән 5 мең һумға тиклем; вазифалы кешеләр өсөн - 25 меңдән 50 мең һумға тиклем; юридик шәхестәр өсөн - 250 меңдән 800 мең һумға тиклем, йәки эшмәкәрлекте 14 көнгә тиклем туҡтатыу ҡаралған.
Был саралар хеҙмәт миграцияһы тураһындағы ҡануниәтте үтәүгә һәм хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.