Рәсми бүлек
17 Сентября , 06:38

Үлем менән янаған

02 хәбәр итә.

Үлем менән янағанҮлем менән янаған
Үлем менән янаған

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре Учалы районында йәшәгән 41 йәшлек ирҙе ҡулға алды.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, парҙар такси менән ҡунаҡтан ҡайта. Водителдән ҡыҙғанып, улар араһында бәхәс сыға һәм ҡыҙып алған ир ҡатынға төрлө тән йәрәхәттәре һала, язалау менән янай башлай. Зыян күреүсенең улы килеп етә һәм полиция саҡырта. Урынға килгән полицейскийҙар көнсөл ирҙе ҡулға ала.

Иргә Рәсәй Енәйәт кодексының 119–сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Статьяла ике йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Ир үҙенең ғәйебен таныған һәм ҡылған ғәмәленә үкенеүен белдерә.

Енәйәт эшен тикшереү дауам итә.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас