

Ҡала металлургия колледжында Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөнә арналған «Хоҡуҡи ориентир: һинең именлегең һәм киләсәгең» исемле иҫкәртеү сараһы үтте. Унда район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре I курс студенттары менән осрашты, улар йәштәр араһында күҙәтелгән хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында һөйләне.
Полиция майоры, наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге начальнигы иғтибарҙы селтәрҙәге анонимлыҡ иллюзияһына йүнәлтте. Курьер йәки наркотик һалыусы булып эшләү 10 йылдан 20 йылға тиклем иректән мәхрүм итеүгә килтереүе бар.
Енәйәт эҙләү начальнигы урынбаҫары йәштәрҙе социаль селтәрҙәр аша деструктив төркөмдәргә йәлеп итеү хәүефе тураһында һөйләне. Унда үҫмерҙәргә енәйәт ҡылған өсөн аҡса тәҡдим ителә һәм бындай ғәмәлдәр өсөн ҡаты язалар ҡаралған.
Полиция хеҙмәткәре, мутлашыусыларҙың ата-әсәләргә шылтыратып, үҙҙәрен бәләгә тарыған туғандары итеп күрһәткән схемалар тураһында иҫкәртте. Студенттарға яҡындарын был хаҡта иҫкәртергә саҡырҙы.
Йәштәргә водитель таныҡлығыһыҙ мопедтар һәм автомобилдәр менән идара итергә ярамауы, уның ниндәй эҙемтәләргә килтереүе тураһында ла әйтелде.
Банк карталарын таныш булмаған кешеләргә биргән осраҡта, кеше енәйәттә ҡатнашыусы тип һаналыуға айырым иғтибар бүленде. Башҡаларҙың карталары менән түләү ҙә, еңел асыла торған енәйәт эше.
Йәнә полиция хеҙмәткәре «компания өсөн» енәйәт ҡылыу хәүефе тураһында иҫкә төшөрҙө, был ҡатыраҡ язаларға килтерә.
«Хоҡуҡи ориентир: һинең именлегең һәм киләсәгең» сараһы йәштәрҙә хоҡуҡ аңын формалаштырыу өсөн мөһим платформаға әйләнде. Студенттар төрлө хәүеф-хәтәрҙәрҙән нисек һаҡланырға һәм енәйәт ҡорбандары булмаҫҡа кәрәклеге тураһында ҡиммәтле белем алды.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.