Рәсми бүлек
18 Сентября , 11:12

Граждандар әүҙем

Һайлау - 2026

Граждандар әүҙемГраждандар әүҙем
Граждандар әүҙем

Ҡала автовокзалында 1303-сө һанлы һайлау участкаһы урынлашҡан. Участка рәйесе Вера Лыжова әйтеүенсә, һайлау участкаһы асылған сәғәттән алып граждандар үҙҙәренең активлығын күрһәтә.

- Айырыуса оло йәштәгеләр һәм эшләп йөрөүсе граждандар күпләп килә. Иртәнге 10 сәғәткә тиклем 4 тәүге тапҡыр һайлаусы үҙенең тауышын бирҙе. Уларға иҫтәлеккә матур ручкалар бүләк иттек һәм һәр ваҡыт гражданлыҡ бурысын үтәүгә яуаплы ҡарауҙарын теләнек. Өйҙән һайлаусылар ҙа байтаҡ. Выселки биҫтәһендә участкаға килә алмаған махсус хәрби операция ветерандары  ла, оло йәштәгеләр ҙә күп.  Уларға барыу өсөн ике машина бар.

 Участка һайлау комиссиялары ағзалары алдан һайлауҙар буласағы хаҡында граждандарҙың өйҙәренә йөрөп иҫкәртеп сыҡты,  ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә мөмкин булыуы хаҡында һөйләне, һайлау участкаһының адресын хәбәр итте. Һәр өйҙә уларҙы яғымлы йөҙ һәм яҡшы мөнәсәбәт менән ҡабул иттеләр.

Һайлауҙар тыныс үтер һәм ҡалған көндәрҙә лә граждандар дәррәү тауыш бирергә килер тип ышанам, - тине Вера Николаевна.

Был һайлау участкаһында ирекмәндәр, ҡала медицина коледжы студенттары -  Рената Хөсәйенова һәм Роман Хөсәйенов һайлауға килеүселәргә “Рәхмәт” акцияһы хаҡында аңлатып, купондар өләшә. Һайлаусылар был купондарҙы күрһәтеп,  ҡалалағы “Скатерть-Самобранка”, “Скорпион”, “Ярмарка”, Домашний очаг”, Конфетки Бараночки” магазиндарының ташламалары менән файҙалана ала.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас