

Район буйынса эске эштәр бүлегенә мутлашыусылар ҡорбаны булған 35 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Иргә алыҫта йәшәгән туғанынан 15 000 мең һумдан ашыу аҡса һорауы һәм өс сәғәттән һуң кире ҡайтарасағы тураһында хәбәр ала. Улар араһындағы яҡшы мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алып, ул ярҙам итергә ризалаша.
Туғаны аҡса күсереү өсөн иҫәпте күрһәтә һәм чек ебәреүен һорай. Ир аҡса күсерә һәм чекты ебәрә. Әммә “туғаны” тағы ла 13 000 һум аҡса һорап яҙа. Ир шикләнеп, туғанына шылтырата. Уға туғаны шәхси аккаунтын емереүҙәре тураһында хәбәр итә.
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап, ир шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Был осраҡ граждандарға мессенджерҙарҙа аралашҡанда уяу булырға иҫкәртә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре