Рәсми бүлек
23 Сентября , 05:14

Мутлашыуҙы иҫкәртергә ярҙам иткән

02 хәбәр итә.

Мутлашыуҙы иҫкәртергә ярҙам иткәнМутлашыуҙы иҫкәртергә ярҙам иткән
Мутлашыуҙы иҫкәртергә ярҙам иткән

Район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре кәрәзле элемтә офисы хеҙмәткәренә мутлыҡ тураһында иҫкәрткәне һәм енәйәтте асыҡларға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Күптән түгел ҡалала йәшәгән ҡатын мутлыҡ схемаһының ҡорбаны булды. Уға ниндәйҙер ойошма “вәкиле” шылтыратып, 10 000 һум күләмендә премия һәм почтальон аша өс миҙал тапшырыласағы тураһында хәбәр итә. Награданың сәбәбен аңлатмайынса, енәйәтсе паспорт мәғлүмәттәрен һәм СНИЛС номерын һорап ала.

Шул уҡ кистә стационар телефонға бер ир шылтырата, ул ҡатындың дуҫ булмаған дәүләткә ярҙам итеүҙә шикләнеүен белдерә һәм законға бәйле проблемалар менән янай һәм бәләнән ҡотолоу өсөн, аҡсаны күрһәтелгән реквизитҡа күсереүҙе талап итә. Ҡурҡып ҡалған ҡатын бөтә тупланған аҡсаһын -  210 000 һумды күсерергә ҡарар итә.

Мутлашыусы аҡса күсергәндә банк хеҙмәткәрҙәренә аҡсаның ремонтҡа тәғәйенләнгәнлеген аңлатырға ҡуша һәм ҡатын  ғәмәлде атҡарыу өсөн кәрәҙле элемтә офисына юллана. Реквизиттар биргәндә, офис хеҙмәткәре ниҙәлер шикләнә һәм шунда уҡ полиция саҡыра.

Кәрәҙле элемтә хеҙмәткәренең уяулығы арҡаһында, ҡатын аҡсаһын мутлашыусыларға күсереп өлгөрмәй.

Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө һәм 159-сы статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Был статьяның санкцияһы буйынса 5 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас