

Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре оператив саралар барышында наркотиктар һаҡлауҙа ғәйепләнгән ҡалала йәшәгән ҡатынды ҡулға алды. Ваҡиға урынын тикшереү барышында йәбешкәк таҫма менән уралған онтаҡ матдә һалынған пакет тартып алына.
Ҡатын был матдәнең наркотик (N-метилэфедрон) булыуын һәм шәхси ҡулланыуға тәғәйенләнгәнен аңлата. Тикшереү ваҡытында наркотиктың ауырлығы 2 грамм самаһы тәшкил итә, был ҙур үлсәм һанала.
Был факт буйынса Рәсәй Енәйәт кодексының 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тыйылған матдә алыу каналдарын билдәләүгә йүнәлтелгән саралар үткәрә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.