Рәсми бүлек
24 Сентября , 12:21

Ҙур партия наркотик һаҡлаған

Наркотиктарға - юҡ!

Ҙур партия наркотик һаҡлағанҘур партия наркотик һаҡлаған
Ҙур партия наркотик һаҡлаған

Рәсәй Эске эштәр минисрлығының район буйынса бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлауҙа ғәйепләнгән ҡалала йәшәүсе гражданды ҡулға алды. Ваҡиға урынын тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре йәбешкәк таҫма менән уралған онтаҡ матдә һалынған пакетты тартып ала.

Экспертиза күрһәтеүенсә, тартып алынған матдә - наркотик (мефедрон). Уның ауырлығы яҡынса 3 грамм тәшкил итә, был ҙур үлсәм булып тора.

Был факт буйынса Рәсәйҙең Енәйәт 228-се статьяһының 2-се өлөшө буйынса наркотиктарҙың ҙур күләмдә законһыҙ һаҡланыуы тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре тыйылған матдә алыу каналдарын билдәләүгә йүнәлтелгән саралар үткәрә.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас