

Район буйынса эске эштәр бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәре 8-се мәктәп уҡыусылары менән осрашты.
Полицияның өлкән лейтенанты мәктәп уҡыусыларына психоактив матдәләрҙең зыяны, уларҙың кеше һаулығына һәм ғүмеренә тәьҫире тураһында һөйләне. Ул наркотик ҡулланыуҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүенә айырыуса иғтибар бүлде. Полиция хеҙмәткәре, бәйлелек кешенең тормошон емереп кенә ҡалмай, ә уның яҡындарына ла ғазап килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Полиция хеҙмәткәре был белемдәрҙең бәйлелеккә ҡаршы торорға ярҙам итеүен билдәләне, уҡыусыларҙы сәләмәтлекте һаҡларға һәм киләсәк тураһында уйланырға саҡырҙы.
Иҫкәртеү эше мәктәптәрҙә осрашыуҙар менән генә сикләнмәй. Полицейский ата-әсәләргә балалар менән наркотик ҡулланыу хәүефе тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә кәңәш итә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.