

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу бүлеге хеҙмәткәрҙәре Белорет металлургия колледжы студенттарына наркотиктарҙың һәм электрон тәмәкеләрҙең зыяны тураһында һөйләне, иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрҙе.
Полицияның өлкән лейтенанты наркотик матдәләрҙең төрҙәре, уларҙың организмға тәьҫире һәм ҡулланыу эҙемтәләре тураһында бәйән итте. Ул шулай уҡ наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өсөн ҡануниәт тарафынан ниндәй яуаплылыҡ ҡаралғанлығын һәм бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙың ниндәй эҙемтәләргә килтереүен аңлатты.
Полиция хеҙмәткәре студенттарҙың иғтибарын вейптарҙың һәм электрон тәмәкеләрҙең зыянына йүнәлтте. Был ҡоролмалар ғәҙәти тәмәке тартыуҙың зарарһыҙ альтернативаһы түгел, уларҙағы матдәләр һаулыҡҡа кире йоғонто яһай һәм бәйлелек үҫешенә булышлыҡ итә.
Осрашыу асыҡ диалог форматында үтте. Студенттар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе һәм белгестәрҙән яуап алды. Бындай һөйләшеүҙәр йәштәргә хәүефте яҡшыраҡ аңларға һәм үҙ һаулығына яуаплыраҡ ҡарарға ярҙам итә.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.