

Ҡағы ауылында йәшәгән 53 йәшлек ир полиция хеҙмәткәрҙәренә банк картаһынан 47 мең һум аҡса юҡҡа сығыуы хаҡында хәбәр итә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ғариза биреүсе сираттағы табын ваҡытында үҙенең банк картаһын таныштарының береһенә спиртлы эсемлектәр һатып алыу өсөн бирә.
Зыян күреүсе быға тиклем дә уны таныштарына бер нисә тапҡыр биреп торған, шуға күрә тап кеме аҡсаны урлағанын полиция хеҙмәткәрҙәренә әйтә алмаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре банк иҫәбенән ниндәй сауҙа нөктәләрендә ағса күсерелгәнен белә. Карта менән ҡулланған ир видеокүҙәтеү камераларына эләккән.Енәйәт ҡылыусы урлашыу өсөн бер нисә тапҡыр хөкөм ителгән 52 йәшлек кеше булып сыға.
Полицияның участка уполномоченныйы урлашыуҙа ғәйепләнеүсе ирҙе Үҙән ауылында сираттағы тапҡыр спиртлы эсемлектәр эсеп ултырғанда ҡулға ала. Ҡулға алынған ир үҙ ғәйебен таныған һәм урланған аҡсаны алкоголь, кейем, аҙыҡ-түлек һәм башҡа тауарҙар һатып алыуға тотоноуын һөйләгән.
Был факт буйынса рәмәй Енйәт кодексының 158-се статьяһының 3-сө өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Енәйәт эше фигуранты Рәсәй Енәйәт-процессуаль кодексының 91-се статьяһы тәртибендә ҡулға алынған.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.