

Байрамға оҙаҡ йылдар закон һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусы полиция ветерандарын саҡырылды.
Бүлек начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы һәм полиция начальнигы урынбаҫары ветерандарҙы байрам менән ҡотланы, уларға фиҙаҡәр хеҙмәте, бурысына тоғролоғо һәм йәш быуынын тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыуҙың иҫтәлекле мәлдәренең береһе булып, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙең һәйкәленә сәскәләр һалыу, уларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алыу торҙо.
Һуңынан ветерандар полиция музейына барҙы. Улар экспонаттар менән танышты, үткән йылдарҙағы фотоларҙы ҡараны һәм бергә хеҙмәт иткән коллегаларын иҫкә алды.
Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.