Рәсми бүлек
5 Октября , 10:50

Студенттарға - мутлашыусылар хаҡында

02 хәбәр итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Студенттарға - мутлашыусылар хаҡындаСтуденттарға - мутлашыусылар хаҡында
Студенттарға - мутлашыусылар хаҡында

Белорет металлургия колледжында мутлашыу тураһында иҫкәртеү әңгәмәһе үтте. Студенттар менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең өлкән тәфтишселәре осрашты.

Полиция хеҙмәткәрҙәре студенттарға киң таралған алдашыу схемалары тураһында һөйләне һәм ни өсөн телефон аша һөйләшеүҙәрҙә, Интернет аша хат алышыуҙарҙа һәм онлайн майҙансыҡтарҙа һатып алыуҙарҙа уяулыҡты һаҡлау мөһим икәнен аңлатты. Енәйәтселәр үҙҙәрен банк, дәүләт учреждениелары йәки хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре таныштыра, килеп тыуған проблема тураһында хәбәр итә һәм кешене ҡарар ҡабул итергә ашыҡтыра ала. Бындай шылтыратыуҙарҙың маҡсаты - хәүеф тыуҙырыу һәм әңгәмәсене аҡса йәки шәхси мәғлүмәттәр тапшырырға мәжбүр итеү.

Студенттарға сит кешеләргә СМС кодтарын, банк картаһы мәғлүмәттәрен, шәхси кабинеттарҙан паролдәрҙе һәм башҡа конфиденциаль мәғлүмәтте хәбәр итергә ярамауы хаҡытнда әйтелде. Шикле һылтанмалар буйынса күсергә һәм билдәһеҙ әңгәмәселәрҙең үтенесе буйынса ҡушымталар ҡуйырға ярамай. Әгәр шылтыратыусы банк йәки полиция хеҙмәткәре булып танышһа һәм ашығыс рәүештә аҡса күсереүҙе талап итһә, һөйләшеүҙе туҡтатыу һәм ойошмаға рәсми номер буйынса үҙаллы шылтыратыу яҡшыраҡ.

Полиция хеҙмәткәрҙәре мутлашыусыларҙың йыш ҡына ышаныслылыҡҡа һәм ашығыслыҡҡа иҫәп тотоуына айырыуса иғтибар бүлде. Шуға күрә һәр шикле шылтыратыу барышында туҡтап, хәлде тыныс баһалау һәм яҡындарығыҙ менән кәңәшләшеү мөһим. Әгәр алдашыу ҡорбаны булһағыҙ, мөмкин тиклем тиҙерәк банкҡа һәм полицияға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Евгения ЛИСОВСКАЯ, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор: